top of page

Дәрес темаһы: Исемдең хәбәрлек заты.

Класс:6

Үткәрелеү ваҡыты:17/10/17

Дәрес төрө:Яңы теманы үҙләштереү.

Дәрес маҡсаттары:

 Белем биреү:  исемдәрҙең хәбәрлек затын, хәбәрлек заты  ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү.

Үҫтереүсе:  уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен һәм телмәрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: туған телгә ҡарата һөйөү уятыу.

Йыһазландырыу: 6-сы класс өсөн “Башҡорт теле” дәреслеге.

Дәрес барышы

1. Психологик комфорт булдырыу. Эшмәкәрлеккә әҙерлек.

2. Белемде актуалләштереү. Дәреслектә бирелгән ҡылым һәм исемде (алған һәм уҡытыусы һүҙҙәре) зат менән үҙгәреү. Исемдәр ҙә, ҡылымдар ҙа зат менән үҙгәрә тигән һығымта яһау.

3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү. Бында билдәле бер затта торған ҡылым да, исем дә һөйләмдең хәбәре булып килеүе асыҡлана.

Бөгөн үтәсәк темаға килеү, маҡсаттар билдәләү.

4. Уҡыу мәсьәләһен сисеү

Башҡорт телендә исемдәр хәбәр булып та килә. Һөйләмдең хәбәре функцияһын үтәгән исемдәр ҡылымдарҙың зат ялғауҙарын ҡабул итеүе лә, итмәүе лә мөмкин. Мин 5-се класс уҡыусыһымын.

Хәбәрлек ялғауын ҡабул иткән һүҙҙәрҙә баҫым ошо ялғау алдындағы ижеккә төшә: батырмын, сәсәнмен.

 Белешмәне уҡыу. Миҫалдар табыу.

5. Ял минуты.

6. Дәрестә өйрәнгәндәрҙе нығытыу. Практик эштәр.

Дәреслек буйынса 73,74-се күнегеүҙе башҡарыу. Башта бергәләп, һуңынан үҙ аллы яҙма рәүештә башҡарыу. Бергәләшеп тикшереү.

7. Рефлексия.

- Дәрестә яңы нимә белдегеҙ?

- Күнегеүҙәр эшләгәндә ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерҙегеҙ?

Дәрестә үткәндәрҙе байҡау. Рефлексия күнегеүен башҡарыу. Һығымталар эшләү.

8. Баһалау.

9. Өйгә эш биреү.

41-се бит, 75-се күнегеү.

bottom of page