top of page

Алланған алма аша,

Балдары тама-тама.

Аша алһыу алманы,

Балына мана-мана.

 

Абағаға баға-баға,

Башым бәрҙем бағанаға.

 

 

Бүрәнә баҫты бүҙәнә,

Бүҙәнәне баҫты бүрәнә.

Ғәйеп бүрәнәлә лә бар,

Бүҙәнәлә лә бар.

 

Барый балаһы башын бағанаға бәргән дә больнцаға барған. Больницала Барый балаһының башына бинт  бәйләгәндәр.

 

Булдыҡһыҙ Баныу баҫмаға баҫҡайны, баҫма Баныуҙың баҫыуынан бәүелеп батты.

 

Бәширә әбей бөгөн байрамға балаларға баллы-баланлы бәлеш бешергән, балалар баллы-баланлы бәлеште бешереп сыҡҡас та бик яратып, бешә-бәшә, берәм-берәм ашай башланылар.

 

Бәләкәй балалар бәпкәләй баҫып бөгөн балалар баҡсаһына баралар.

 

Башта балта, таш баҫҡыс башына баҫ. Баҫҡыс башына башыңды бәрмә.

 

Быҙау, быҙау, быҙауҡай,

Быҙау буйлы быҙауҡай,

Быҙаулаған быҙауҡай,

Быҙауҡайҙай быҙауҡай.

 

Баныу баҡ-баҡ тип баҡылдаған баҡаны быуаға батырҙы.

 

Батыр баҡырып-баҡырып, буҫығып илап, бирешмәйем тип, бахыр, башын бутап-бутап, баҡырсаға бәрҙе.

 

Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр, үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.

 

Башта башлап таш баҫҡыс баҫҡысына баҫтым.

 

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,

Беҙҙең Зөһрә бөҙрә.

 

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үҙебеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үҙегеҙҙекеме?

 

Килгән Ғата,  кейгән ҡата,

Урам буйлап ләстит һата,

Инде хәҙер көтөү ҡайта.

 

 

 

Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,

Бында еләк бар-бар-бар,

Тик яланы тар-тар-тар,

Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

 

Аҡ ҡарға,ҡара ҡарға,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

 

Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.

 

Ҡарға, ҡарға осоп кил, беҙҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йөрөрбөҙ, тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып та ирербеҙ.

 

Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламанымы микән. Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле.

 

Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды, ҡара ҡарғаның, ҡарға ҡарағас, ҡапыл ғобараһы осоп, ҡороған ҡарағастың ҡап-ҡара ботағынан ап-аҡ ҡарға ҡап-ҡара ҡарға ҡоланы.

 

Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына,

Емерелмәһен мейес башы.

 

Ҡап-ҡара ҡарағат ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп, ҡап-ҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡтары артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.

 

Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,

Ҡырталаша ҡарағай.

Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара

Ҡайт ҡалаңа, ҡара ағай.

 

Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып

Ҡанат ҡағынды.

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға

Ҡайтты тағы ла.

 

Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡар-р-р!

Ниндәй ҡайғы бар? Бар?

 

Күпер башында күк күркә,

Күк күркәгә кәрәк күп көрпә.

 

Күрше күркә Ҡәйүм күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа, ҡулын ҡаҡ маңлайына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен,ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫтынан күҙәтте.

 

Ҡарға ҡарғағанға ҡарап, ҡар яумай тормаҫ.

Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

 

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

Ҡапҡа ҡаҡма, таҡта ҡаҡ!

 

Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара.

 

Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарға ҡараңғыла ҡараһаң да,

Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда

Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

 

Килгеләштергеләштергеләп йөрөгөлә, ултырғылаштырғылаштырғылап торорбоҙ.

 

Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөнгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.

 

Мышлаған-мышлаған,

Мейес башында ҡышлаған.

Тирләмәгән, бешмәгән,

Белмәһә лә үҫмәгән.

 

Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.

 

әйттем таҡмаҡ таҡмаҡлап,

һин дә миңә тап таҡмаҡ.

 

Мин бейермен – тап таҡмаҡ,

Таҡмаҡ тапмаған – ахмаҡ.

bottom of page